Алыш майҙанында.
Яңғыҙ сыҡтым алыш майҙанына:
Ете башлы дейеү алдымда.
Әкиәт батыры ла түгел үҙем,
Тылсым-ҡылыс та юҡ ҡулымда.
Утын сәсә дейеү ете яҡтан-
Ҡобра йылан башлы береһе.
Алыш барышында хәйлә менән
Тубығымдан ергә һеңдерҙе.
Аяғыма тағы тороп баҫтым,
Ыҫылданы ҡара йыландар.
Былар мине нахаҡ яла яғып
Билдән батырырға булғандар.
Дошман – яуыз,әммә сигенеү юҡ;
Алда- йылан, үҙе аҡ төҫтә?!
Муйынымдан ергә батырһа ла,
Тороп баҫтым...баҫтым бар көскә!
Ете баш та ҡапыл шымып ҡалды
Яңы мәкер туплап уйында.
Юҡ, алышта мин яңғыҙым түгел,
Хаҡлыҡ –ҡылыс уйнай ҡулымда!
....................
***
Бала саҡтан ҡанға һеңдерҙеләр
Әсә теле менән бер рәттән:
“Урыҫ теле-бөйөк тел ул,- тиеп,
-Ул телдә,- тип,- Ленин һөйләшкән”...
Беҙҙе табындырған урыҫсабыҙ
Ильич өсөн булған үҙ теле.
Бөйөклөккә килһәң...башҡортсаның
Кәм икән һуң унан ни ере?
Лермонтовтай һәләт эйәләре
Тыумағанмы башҡорт ерендә?
Бөгөн булһа,
Өр-яңы төр сәскә атыр ине
Гөлөстаны Бабич телендә.
Китмәҫ ине ситкә Вәлиди ҙә
Башҡортон һәм илен ҡалдырып,
Шәхес культы өҙгән ғүмерҙәр ҙә
Йөрәктәрҙе өтә яндырып.
Һәҙиә апай, Рәми Ғариповтар,
Туған телебеҙҙең яҙмышы...
Дөрөҫ әйтә халҡым:
башҡортомдоң
үткәндәре ауыр, һағышлы.
Өн менән төш бергә аралаша,
Һоро төҫкә инә көнөбөҙ.
Үҫкән һайын ғилем аңыбыҙҙа,
Ярлылана бара телебеҙ.
Үҙ балаңа сит-ят исем атап
Ни мәғәнә башҡорт булыуҙа?
Замананың буталсыҡ бер еле
Еребеҙҙе көҫәп ҡул һуҙа.
Тылсым менән халыҡ күңеленән
Таратырға ине был төштө.
Үҙ Еребеҙ барҙа- беҙ ирекле,
Үҙ телебеҙ барҙа беҙ- кеше!
.................................
Аҡ өҫтөнә ҡара тамһа...
Ҡапыл ғына, көтмәгәндә,
Аҡ өҫтөнә ҡара тама.
Ә күпселек тыныс ҡына
Шулай тейеш тиеп таба.
Аҡ өҫтөндә “еңеүсе төҫ”
Ҡара тамға тиҙ тарала.
Ғәмһеҙ менән дуҫ түгелдең
Йөрәгенә яра һала.
...Изгелекте яуызлыҡтан
Мөмкинме һуң араламай
Ниңә аҡҡа тамған ҡара
Күпселекте яраламай?
.......................
Тылсым ҡошом.
Бала сағым...Зәңгәр боҙҙа
Уйнай-көлә еләм, шыуам.
Әйтерһең дә әкиәттә
Тылсым ҡош артынан ҡыуам.
Ем-ем итеп ҡанаттары
Күҙҙәремде сағылдыра.
Ҡояш миңә наҙлап ҡарай,
Ә алдымда – тик боҙ ғына.
Тылсым ҡошто ҡыуып етеп,
Тотам тиеп, ҡулым һуҙҙым.
Тик шул мәлдә...ишетелде
Сатнағаны яҙғы боҙҙоң.
Күҙҙе асып йомған ара-
Һыу һалҡыны тәнде өттө.
Ә шулай ҙа...мин бит –кеше!
Алдым боҙҙан өҫтөнлөктө.
...Йылдар үткәс, осраттым мин
Ике йөҙлө, бысраҡ йәнде.
Таҫма теле, һүҙе менән
Йөрәгемә үтеп инде.
Серем(де) алды, һиҙҙермәйсә,
Изге эштәремде боҙҙо.
Тик “ярылғас” хәтерләнем
Ялтырауыҡ яҙғы боҙҙо.
Хыянаттан йөрәгемдә
Йән өшөткөс һалҡын ҡалды.
Тылсым ҡошом- хәҡиҡәтем-
Боҙ ҡәберҙән тартып алды.
..............................
Ҡайғы
Ниңә яҙын килдең,ҡайғы,
Ер уянған изге мәлдә?
Донъя йәшәргәндә мине-
Киптерергә тинең мәллә?
Ниңә йәйгә ҡалдың,ҡайғы
Көндәр оҙон,эҫе мәлгә?
Нахаҡ һүҙҙән йөрәгемде
Көйҙөрөргә тинең мәллә?
Ниңә китмәй, көҙгә ҡалдың
Һары япраҡ яуған мәлгә?
Көҙгө ямғыр, ә һин мине
Һарғайтырға тинең мәллә?
...Ҡара төҫөң еңә алманы
Пак сафлығын ап-аҡ ҡарҙың.
Үпкәләмәм һиңә, ҡайғы,
Ғүмерлеккә сыныҡтырҙың.
....................
Тормош алышҡа бәйләнгән
Тормош...ул алышҡа бәйләнгән:
Кисәгем, бөгөнгөм, иртәгәм.
Әгәр мин битараф йән икән-
Әрәм көн, йылдарҙы үткәрәм.
Өйрәтә ҡайһы бер өлкәндәр:
“Тәҡдирҙе уҙыуы ҡурҡыныс.
Тормошоң күркәм бит,түңәрәк,
Буйһон да яҙмышҡа, бул тыныс”.
Ниңәлер күңелем ҡарыша,
Йөрәгем хуп күрә алышты.
Кисәгем,бөгөнгөм,иртәгәм
Үҙенсә бормаҡсы яҙмышты.
Алда-юл. Саҡыра өмөтөм,
Үкенес ҡалдырмай үткәнем.
Аяуһыҙ алышҡа сыҡҡанда
Яҙмышты уҙырға иҫәбем.