Бәхет төҫө - нәфис туй күлдәге,
Аҡ ҡауырһын ҡунған төҫөңә.
Тиңләшерҙәй Ергә булыр микән
Гүзәллектең сихри көсөнә?
Аҡҡошмо ни - сафлыҡ,паклыҡ нуры
Бик килешә,ҡыҙым,йөҙөңә.
(Ҡасан ғына әле ҙур табында
Аҡ күлдәктә инем үҙем дә).
Бөгөнгө көн өсөн гәлсәр кейем
Фәҡәт һиңә атап тегелгән.
Йөйҙәренә ебәк уҡа менән
Аҡ яҙмышың ҡайып сигелгән.
Йәшлегегеҙ,туйығыҙҙы ҡотлап,
Һәр кем әйтә изге теләген:
Дуҫ-иш,туғандарың...Ә эргәңдә-
Һөйгән йәрең- ныҡлы терәгең.
Тормошоңдо тәмләп кенә торһон
Яҙмыш емешеңдең татлыһы.
Ғүмерлеккә ҡалһын күлдәгеңдең
Туйҙағылай сафлыҡ,паклығы.
Ҙур мәжлескә хужа булып, һәр кем
Ҡайтҡан кеүек йәшлек яҙына.
Ҡарап туялмайым, табын йәме,
Ап-аҡ күлдәк кейгән ҡыҙыма.
.............
Бәхет
Йыуатырға типме үҙ-үҙемде,
Ышаныпмы ырым- юрауға
Бәхет эҙләп, йондоҙ атылғанда
Сыға инем урау юлдарға.
Дөрөҫ була тиеп таңғы төштө
Тик изгегә генә юраным…
Йылдар үтте. Белдем күп төштәрҙең
Бары хыял ғына булғанын.
Серен һөйләп август төндәрендә
Аҡ йондоҙҙар һаман атыла.
Улар әйтә кеүек: «Бәхетең бит
Күктә түгел, ерҙә, яҡында».
Таң алдынан яңы төштәр күрәм:
Яҡшыһы бар, барҙыр яманы.
Бары- хыял. Бәхет үҙ ҡулымда,
Үҙ юлымда яулап алғаным.
................
Телем бар!
Күҙ алдымда телдәр гөлләмәһе:
Төрлө-төрлө сағыу ярайһы.
Ә мин- ябай ғына башҡорт ҡыҙы-
Берәм- берәм һайлап ҡарайым:
Бына - Гёте, Шиллер һөйләшкәне,
Ә тегеһе- Туҡай һүҙҙәре,
Байрон теле, Тагор һәм Навои…
Шундай матур яңғырай үҙҙәре!
Мин түгелме Пушкин шиғырының
Һәр һүҙенә ғашиҡ булманым?
Телдәр тулы гүзәл гөлләмәгә
Ҡарайым да, ҡарап туймайым.
Һәр ҡайһыһы иҫ китерлек күркәм,
Йор һәм нәфис, тапҡыр һүҙгә бай;
Әммә иң һәйбәтен бүләк иткән
Яҡташтарым Кинйә һәм Бикбай.
Тиңдәше юҡ ошо мәшһүр телдә
Яуға өндәп сапҡан Салауат,
Саф башҡортса,сәскә күңеленән
Рәми ағай яҙған аманат.
Эҙәрләүгә дусар ул заманда
Бирешмәйсә һис бер көскә лә
Туҙан баҫҡан ҡая-ташты ярып
Шытып сыҡҡан шиғыр-сәскәләр.
Күҙҙең яуын ала төҫкәйҙәре-
Гөлләмәлә күпме ғилем бар.
Әммә әллә ниндәй тылсымдарға
Алыштырмаҫ туған телем бар!
...................
Иҫке менән Яңы араһы
Алдыбыҙҙа тағы йылдар саты –
Иҫке менән Яңы араһы
Иҫке менән Яңы араһында
Ғүмер итә әҙәм балаһы.
Иҫке менән Яңы араһында
Ун ике ай…түгел бик йыраҡ.
Иҫке йылда беҙ йәшерәк инек,
Яңыһында – бер аҙ ҡартыраҡ.
Иҫке менән Яңы араһында
Ваҡыт тәгәрмәсе әйләнә,
Киләсәккә аҡ өмөттәр бағлап
Яҙмыштарға яҙмыш бәйләнә.
Иҫке менән Яңы араһында
Тәүҡат күҙен аса сабыйҙар.
Үткән ғүмеренә йомғаҡ яһап
Бәғзеләре күсә баҡыйға.
Алдыбыҙҙа тағы йылдар саты… –
Иҫке менән Яңы араһы
Осон осҡа ялғап шул йылдарҙы
Тағы күпме алға бараһы?
Килер көнгә юлдар яраһы…
.............
УМЫРЗАЯ-МИНЕҢ СӘСКӘМ.
Изге бер мәл:
өләсәйҙәр
Сәхәр эскән,
Әсәйемдән ғүмер ебе
Миңә күскән;
Һандуғастар бөрөләргә
Серен асҡан,
Тәүге төшкән ҡояш нуры
Миңә баҡҡан;
Яҙғы ерҙең битен йыуып
Ләйсән үткән,
Таң нурҙары иң беренсе
Мине үпкән;
Баш ҡалҡытҡан,
Шифа ямғыр һыуын эскән
Яҙ һулышы-
Умырзая- минең сәскәм;
Баҫыуҙарҙа
Өмөт бағлап киләсәккә
Һабансылар ергә
Изге орлоҡ сәскән;
Ураҙала
Өләсәйҙәр сәхәр эскән:
Ғүмер ебе әсәйемдән
Миңә күскән!
....................
РАШҠЫ ЯУҘЫ
Ҡар башына ҡар етә,
кеше башына кеше етә.
Ололар һүҙе
Тау баштары йырғанаҡтар буйлап
Селтер-селтер битен йыуғанда,
Сыйырсыҡтар оя һайлағанда
Рашҡы яуҙы илап.буранлап.
Ҡабат хужа булды төньяҡ еле-
Яҙһылыуҙың уҫал көндәше.
Ярһып-ярһып ергә ағып төштө.
Үткән ҡыштың һуңғы күҙ йәше.
Апрель уртаһында рашҡы яуҙы,
Бөтә донъя яҙ,наҙ көткәндә...
Шундай саҡта элек: « Ҡар башына
Ҡар етә»,- тип әйткән өлкәндәр.
Ваҡыт еңер, яйлап ер әрселер,
Бар тәбиғәт яҙға ашҡына.
Тик йән әсей күреп, әҙәмдәрҙең
Еткәненә әҙәм башына...
...............................
УҠ
Дошман кешем тоҫҡап уғын атты-
Теймәй,урап үтте.
Күңелемдә ауыр бер шом ҡалды,
Уйҙарымды өттө.
Аңғармаҫтан, яҡын дуҫым атты,
Йөрәгемә тейҙе.
Һүҙҙәр, ҡурғаш булып көйҙөрҙө лә,
Үҙәгемде өҙҙө.
Көтмәгәндә алған йәрәхәттән
Күҙҙәремде астым.
...Дуҫтарымдан берәү юҡҡа сыҡты...
Аяғыма баҫтым!
---------------
Бер секунд.
Бер секунд... кеше бар донъяла...
Бер секунд... кеше юҡ донъяла...
Бер секунд.Бер ҡараш.Йылмайыу.
Йөрәктә ғүмерлек эҙ ҡала.
Бер секунд.Бер ҡараш.Йылмайыу.
Мең ғазап.Кисереш.Мең бәхет.
Сәғәттәр,әйтерһең, бер секунд...
Йөрәктәр туймай һис серләшеп.
Секундтар сәғәткә оҙая.
Сәғәттәр секундтай тойола!
Һиҙелмәй, йәшлектең күпере
Быуындан быуынға һуҙыла.
...................
Ғүмер- кескенә бер йомғаҡ
Ғүмер-кескенә бер йомғаҡ...
Йылдам тәгәрәй алға.
Ҡайһы саҡта ҡапыл ғына
Өҙөлөп ҡала юлда.
Ғүмер-кескенә бер йомғаҡ...
Тағатҡанда- симәлә,
Йоҡарған да сағы була
Өҙөлөрлөк кимәлдә.
Тағы күпме татыйһым бар
Өлөшөмә тейгәнде?
Ҡайһы яғы ауыр тарта
Йомғаҡ һалған бизмәндең?
Сиге билдәһеҙ бер йомғаҡ,
Тәгәрәй ары-ары.
Ҡапыл өҙөлһә,өҙөлһөн,
Симәлмәһен остары...
1988 йыл.26 апрель
..............................
*** *** ***
Ҡараңғылыҡ баҫты тирә-йүнде:
Көн менән төн бергә ялғанды.
Һиҙҙереп тә йөрәк сәнсеп ҡуйҙы,
Күтәрә алмай яуыз ялғанды.
Ғәйбәтселәр теле ай-һай уҫал
(Улар өсөн әллә тамаша?)
Тырнаҡ арамдан бит бик тырышып
Юҡ-бар керҙе эҙләп маташа.
Изгелекте төҫһөҙ ҡоршау япты,
Таштан ауыр ғәйбәт асылы.
...Ҡапыл тетрәп ҡуйҙым :
Ялағайҙың
Ике яҡлы йөҙө асылды.
Ваҡыт- табип,ялған юҡҡа сығыр,
Хаҡлыҡ барҙа өмөт өҙөлмәй.
Үҙ күңеле бысраҡ яуыз ғына
Кеше тырнағынан кер эҙләй.
......................
*** *** ***
Ғүмер юлы оҙон түгел-
Бер күҙ асып йомған ара.
Шул арала һәр кем ерҙә
Ҡабатланмаҫ эҙен һала?
Кемдер тыуа ғүмер буйы
Балда,майҙа йөҙөр өсөн
Бәғзе берәү тыуа ергә
Бар михнәткә түҙер өсөн.
Күҙ асып йомған бер ара
Ерҙә яҙмыш тип атала.
Шатлығы ла,ҡайғыһы ла
Шул епкә барып сорнала.
Ғүмер юлы оҙон түгел-
Бер күҙ асып йомған ара.
Шул арала Ер йөҙөндә
Һинән ниндәй эҙҙәр ҡала?
Уйлан,кеше!
28 апрель 2013 йыл
......................
КҮРШЕ УТЫ
Булған заман:кеше бер-беренән
Йәшәү сығанағы - ут алған.
Шул саҡтарҙан йәнәш йәшәүселәр
Ут күршеләр тиеп аталған.
Күрше хаҡы-тәңре хаҡы тиеп,
Бергә асыҡҡандар,үлгәндәр.
Бәлә килһә,уртаҡ күтәргәндәр,
Тәғәм ризыҡтарын бүлгәндәр.
Килде заман: тормошобоҙ етеш,
Затлы кейем өҫтә, тамаҡ туҡ,
Белем дә бар һымаҡ, ә ниңә һуң
Ҡанбабаларҙағы аҡыл юҡ?
Мал- тыуарын, кейем, йорт-йыһазын
Күршенекен күрше күралмай.
Ҡояш нурын хатта ҡаплар ине
Көнләшеүҙәренә түҙалмай.
Себеш сикте боҙһа- оло ҡауға,
Күрше сыға еңен һыҙғанып...
Оноталар:ата-баба элек
Йәнәшәлә ҡан-ҡәрҙәшлек теләп,
Күрше тауығы, тип әйтер булған
Йөрәк парәләрен- ҡыҙҙарын.
Ут-күршенән алған усаҡ ҡуҙы
Ниңә бөгөн күңел иретмәй?
Ата- бабаларҙың изге утын
Һаҡлай алманыҡмы һүрелтмәй?
.....................
***
Әле яңы ғына һымаҡ
Йәшлектә уйнағандар,
Күңелдәр ҙә иләҫ-миләҫ,
Юҡ-барға илағандар.
Ни арала ваҡыт үткән-
Күҙ асып йомған ара.
Үткән йылдар күңелдәргә
Күпме хәтирә һала...
Бер күҙ асып йомған ара-
Ә арала- бар ғүмер.
Йылдар артта ҡалды тиеп
Һис тә әйтерлек түгел.
Мәрхәмәтһеҙ ваҡыт үткән:
Яңы йәштәр тыуғандар,
Беҙ ғашиҡ булған егеттәр
Ап-аҡ сәсле булғандар...
.......................
Башҡорт иле.
З.Биишеваға эйәреп...
Моң шишмәһе һандуғаслы,йырлы ла һин,
Һығылма бил һылыуҙарға төйәк тә һин,
Аллы-гөллө сәскәгә бай төбәк тә һин,
Эй,мөҡәддәс, эй бәхетле башҡорт иле!
Күгәреп ятҡан Уралыңда – бай хазина,
Серле ҡамыш ҡурайыңда – моң, наҙ ғына,
Күпте күргән ҡаяларың мәғрүр тора,
Эй, һөйөклө,эй,ҡәҙерле башҡорт иле!
Йылғаларың балыҡҡа бай- диңгеҙгә тиң,
Урманыңда йәнлектәр күп, ҡырҙарың киң.
Ер йөҙөндә дуҫтарың күп- бөйөкһөң һин,
Мостай иле,Рәми иле,Зәйнәб иле!
Күп быуаттар һине яттар ҡаҡты, һуҡты,
Күпме яза, ихтилалдар аша үттең;
Инде азат.Ни теләһәң – үҙ иркеңдә,
Суверенлы,эй,бәхетле башҡорт иле!
Мәскәү – Өфө...араһында дуҫлыҡ юлы,
Ауыр саҡта бер-беренә һуҙа ҡулын.
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт иле,
Атам иле, әсәм иле- минең илем!
.............................
Һары япраҡ.
Шыптыр- шыптыр һары япраҡ
Аяғыма урала.
Тәбиғәтте һағыш баҫҡан,
Моңһоу мәл тип уйлама.
Өйөрөлөп осоп төшә,
Уйҙарыма урала.
Һары япраҡ- иген төҫө,
Тулы булһын буралар.
Ҡыштыр-ҡыштыр..көҙгө япраҡ
Хистәремә урала.
Һары япраҡ- шәфәҡ төҫө
Йөрәктәргә юл һала.
Тәбиғәтте һағыш баҫҡан,
Моңһоу мәл тип уйлама.
Һары япраҡ-ҡояш төҫө
Нурҙар сәсә донъяға.
Тыныс булһын донъялар!
......................
Ғәйепләмә
Ғәйепләмә мине, ҡосағыңда
Ҡар бөртөгө булып иреһәм...
Бер һирпелеп кенә ҡарауыңдан
Тәүге сәскә булып тереләм.
Ғәйепләмә,бер миҙгелгә генә
Күҙҙәреңә ҡарап иҫерһәм,
Яҙмыш туҫтағына шарап түгел,
Һөйөүемде һалып килтерһәм.
Ғәйепләмә,мине ғәйепләмә,
Үткәндәрҙе иҫкә төшөрһәм,
Бергә саҡтың татлы миҙгелдәрен
Хәтер дәфтәремә күсерһәм.
Ғәйепләмә,һуңға ҡалдың тиеп,
Нишләргә һуң- уртаҡ ярабыҙ.
Йылдар буйы һаман бер усаҡтың
Ике ҡуҙы булып янабыҙ.
...................
Йәш ҡар һалҡыны
Иҫеңдәме: ҡыштың ул кисендә
Күктән яуа ине ынйылар.
Алдыбыҙға ғына төштөләр ҙә,
Ем-ем итеп тынып ҡалдылар.
Икебеҙгә генә уртаҡ булған
Ап-аҡ һуҡмаҡ буйлап үрләнек.
Әллә тылсым, әллә ысын ине:
Башҡа төҫтө ерҙә күрмәнек.
Алдыбыҙҙа бәхет үҙе ине...
Өмөт бағлап, бергә юл алдыҡ.
Әммә яҙын..ер йәшәргән мәлдә
Уртаҡ һуҡмаҡ ҡапыл юғалды.
...Шундай уҡ кис.Алда икәү килә.
Өйөрөлөп яуа ап-аҡ ҡар.
Йөрәктәре,һиҙәм,бергә тибә,
Күҙҙәрендә өмөт-сатҡы бар.
Ынйы яуа ергә,йондоҙ яуа
Күҙҙе сағылдыра паклығы.
Эй,хоҙайым, икәү араһына
Үтмәһенсе йәш ҡар һалҡыны!
...........................
Тормош алышҡа бәйләнгән
Тормош...ул алышҡа бәйләнгән:
Кисәгем, бөгөнгөм, иртәгәм.
Әгәр мин битараф йән икән-
Әрәм көн, йылдарҙы үткәрәм.
Өйрәтә ҡайһы бер өлкәндәр:
“Тәҡдирҙе уҙыуы ҡурҡыныс.
Тормошоң күркәм бит,түңәрәк,
Буйһон да яҙмышҡа, бул тыныс”.
Ниңәлер күңелем ҡарыша,
Йөрәгем хуп күрә алышты.
Кисәгем,бөгөнгөм,иртәгәм
Үҙенсә бормаҡсы яҙмышты.
Алда-юл. Саҡыра өмөтөм,
Үкенес ҡалдырмай үткәнем.
Аяуһыҙ алышҡа сыҡҡанда
Яҙмышты уҙырға иҫәбем.
..................
Ейәнемә
Мин өләсәй булдым! Ниндәй бәхет!
Юҡ,төш түгел,был бит өн икән.
Ейәнемдең күҙен асҡан мәле-
Аҡ фәрештә төшкән көн микән?
Ҙур ҡыуаныс ,оло шатлыҡ менән
Һөйөп баҡҡан ата-әсәһе.
Беҙҙең дауам булып уға әле
Алыҫ киләсәктә йәшәйһе.
Тирә-яҡты байҡап ҡарап ята
Кескәй генә сабый бер яҙмыш.
Маңлайына ниҙәр яҙылғандыр?
Үтер юлы-тормош-ҙур алыш.
Остоҡ ҡына тере йән эйәһе
Тирә-яҡҡа яҡты нур сәсә.
Үткәндәрҙе хәтерләйһе түгел,
Бар ғүмере уның - киләсәк!
................
Усаҡ яҡтыһы
Бәләкәстән миңә әйтә килдең:
“Шатлыҡ яҡты, нурлы,аҡ була.
Табының да сиктән ашып тора,
Дошманың да дуҫтай салт була.
Ҡайғы төҫө,ай тотолған төндә
Ҡараңғы төн кеүек сайҡала.
Йөрәгеңде ҡурғаш булып өтөр
Ялған дуҫты шунда абайла”.
Һүҙҙәреңдең мәғәнәһен,әсәй,
Белмәй инем әле ул саҡта.
Уйнап ҡайтҡас, йылы таба инем
Һин ҡабыҙған изге усаҡта.
Дуҫ тигәнем урап үткән мәлдә,
Һүрелгәндә өмөт сатҡыһы.
Ҡара төҫтө таратҡандай була
Бала саҡтың усаҡ яҡтыһы.